+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
8 Ноябрь 2023, 16:00

Иғтибар: ижади конкурс!

Фатима Мостафинаның тыуыуына 110 йыл, Уҡытыусы һәм остаз йылы, Башҡорт теле көнө айҡанлы бәйге иғлан ителде.

Иғтибар: ижади конкурс!Иғтибар: ижади конкурс!
Иғтибар: ижади конкурс!

Унда уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала. Барлығы 4 номинация ҡаралған. Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ әле!

  1. I – IV синыф уҡыусыларынан “Ҡояш булып балҡый һинең исем укыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә!” номинацияһына һүрәттәр, ҡул эштәре; инша, шиғыр, видеосюжеттар ҡабул ителә.
  2. V – VIII синыфтар “Остазым һабаҡтары” номинацияһында ҡатнаша ала: уҡыусы тормошонда уҡытыусы роле хаҡында һөйләүсе тикшеренеү эштәре ебәрегеҙ.
  3. IX – X синыф уҡыусылары өсөн “Туған телдең киләсәге – беҙҙең ҡулдарҙа” номинацияһы тура килә: телде һаҡлауға, үҫтереүгә, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән проект эштәре ҡабул ителә.

Педагогтар “Туған телде уҡытыуҙың иң яҡшы методик практикаһы” оҫталыҡ дәресе ебәрә ала.

Конференция 2 этапта үткәрелә:

I этап – 2023 йылдың 13 ноябренән 30 ноябренә тиклем;

II этап – 2023 йылдың 14 декабре.

Конкурсҡа ғаризалар https://forms.gle/9TdP9idvUgQmzETX7 һылтанмаһы буйынса ҡабул ителә. Ә эштәрҙе 20.ugbgim@mail.ru почтаһына #межрегиональнаянпкдо билдәһе менән ебәрергә кәрәк.

5 декабрҙә һөҙөмтәләр иғлан ителә, 14 декабрь йомғаҡ яһала. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа – сертификаттар, еңеүселәр һәм призёрҙар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары, иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас