+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Ноябрь 2023, 15:00

“Елкән” финалға саҡыра

“Тамыр” телеканалы балалар араһында “Елкән” башҡорт классик музыкаһын башҡарыусылар бәйгеһе ойошторғайны. Һайлап алыу турына 136 ғариза килгән. 47 бала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булған.

“Елкән” финалға саҡыра
“Елкән” финалға саҡыра

Баһалама ағзалары – күренекле музыканттар: Артур Нәзиуллин, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова, Илшат Мөслимов. Финалға үткән 12 йәш музыкант дирижёр Дмитрий Крюков етәкселегендәге оркестр оҙатыуында 25 ноябрь сығыш яһаясаҡ. Был көндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында гала-концерт була.

Финалсылар 4 номинацияла сығыш яһай: фортепиано, тынлы инструменттар, скрипка һәм халыҡ инструменттары. Композиторҙар махсус рәүештә балалар өсөн яңы әҫәрҙәр ижад иткән. Концерт Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Киске алтыла башлана, инеү ирекле (0+).

Фото: uchbash.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: