+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
22 Ноябрь 2023, 09:00

Рәсем төшөрөргә яратыусылар, һеҙҙең өсөн!

Йәш дуҫтарыбыҙ, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы иғлан иткән бәйгелә дәррәү генә ҡатнашайыҡ әле! Әсәйҙәр көнө яҡынлаша бит. Ҡәҙерлегеҙҙең рәсемен яһап пост аҫтына беркетһәгеҙ, ул да ҡыуаныр, бүләк отоу мөмкинлеге лә бар.

Рәсем төшөрөргә яратыусылар, һеҙҙең өсөн!Рәсем төшөрөргә яратыусылар, һеҙҙең өсөн!
Рәсем төшөрөргә яратыусылар, һеҙҙең өсөн!

Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар ҡатнаша ала. Әсәйегеҙҙең портретын ҡәләм, гуашь, акварель менән төшөрөп, уға ҡотлау яҙып, https://vk.com/wall-156150050_29070 һылтанмаһы буйынса һүрәтегеҙҙе ҡуйырға кәрәк. 24 ноябргә тиклем өлгөрөгөҙ! 24 – 26 ноябрҙә еңеүсе махсус ҡушымта ярҙамында һайлап алынасаҡ. Шәп бүләк көтә һеҙҙе!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас