+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
25 Ноябрь 2023, 16:43

Гран-при – Вадимда!

“Тамыр” телеканалы ойошторған III “Елкән” башҡорт классик музыкаһын башҡарыусы балалар бәйгеһе тамамланды. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында гала-концерт үтте.

Гран-при – Вадимда!Гран-при – Вадимда!
Гран-при – Вадимда!

Баһалама ағзалары – күренекле музыканттар: Артур Нәзиуллин, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова, Илшат Мөслимов. Финалға үткән 12 йәш музыкант дирижёр Дмитрий Крюков етәкселегендәге милли симфоник оркестр оҙатыуында сығыш яһаны.

Бына улар, еңеүселәр!

“Тынлы инструменттар” номинацияһы:

III урын – Артём Демидов (Өфө ҡалаһы);

II урын – Тамерлан Сәлишев (Өфө ҡалаһы);

I урын – Даниил Иванов (Салауат ҡалаһы).

Тамерлан шулай уҡ “Иң йәш тубасы” булараҡ Зөфәр Хәмәтдиновтан ошо уйын ҡоралын бүләккә алды.

“Скрипка” номинацияһы:

III урын – Данэль Дәүләтбаев (Өфө ҡалаһы);

II урын – Антон Сергеев (Өфө ҡалаһы);

I урын – Самира Арыҫланова (Өфө ҡалаһы).

“Фортепиано” номинацияһы:

III урын – Солтана Ғүмәрова (Өфө ҡалаһы);

II урын – Асель Мәҡсүтова (Нефтекама ҡалаһы) һәм Эвелина Кәримова (Өфө ҡалаһы).

“Халыҡ инструменттары” номинацияһы:

II урын – Ғаяз Танһыҡҡужин (Өфө ҡалаһы);

I урын – Алмаз Бикмәтов (Силәбе өлкәһе) һәм Вадим Төхвәтуллин (Илеш районы). Вадим конкурстың иң төп призына – Гран-приға ла эйә булды. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас