

Ҡыҙ өләсәһенән ишеткән легенданы оҫта итеп һөйләй. Ә видеояҙмала иҫ киткес гүзәл тәбиғәт күренештәре сағыла. Әсәһе яғынан өләсәһе Бөрйән районы Брәтәк ауылынан уның. Тирә-яғын тауҙар уратып алған, ҡаҙан эсендә ултырған кеүек, ауыл эсенән Оло Нөгөш һәм Брәтәк йылғалары аға. Икеһе ике яҡтан килеп, бергә ҡушылып, Күкьятыуҙы барлыҡҡа килә. Ә тауҙарҙың исемдәре – Кәзәтау, Әрҙәкле, Бәштин...
Бәштин исемлеһенең легендаһы ҡыҙыҡ ҡына. Баҡһаң, биш тин аҡса тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан икән. Ул ерҙәрҙе биш тингә байҙар һатып алған, тип тә һөйләйҙәр. Ә Мәрйәм бына нисек байән итә:
«Бәштин тауы Бөрйән районы, Брәтәк ауылында урынлашҡан. Уны ҡырлап, Оло Нөгөш йылғаһы аға. Ярлы ғына бер егет хеҙмәтсе булып, байға эшкә яллана. Бай уға хеҙмәте өсөн 5 тин аҡса туләгән.Егет ҡыуанысынан , тауға менеп , ҡурай ҡырҡып, уйнап ебәрә. Ул ваҡытта 5 тин аҡса, ҙур аҡса тип һаналған. Кәҫәһен ҡараһа, аҡсаһы юҡ. Эй эҙләй, эй эҙләй, тапмаған. Аҙаҡ, дуҫтары менән дә эҙләп ҡарайҙар. Бик ҡайғырған егет. Шунан, был тауҙа биш тин аҡса юғалған, тип һөйләгәндәр. Биш тин юғалған тауҙы башта Биш тин, тип йөрөткән. Аҙаҡ халыҡ телендә Бәштин тип ҡалыплаша.»
Килештереп һөйләй шул телдәр ҡыҙ. Шиғыр ятларға, йырларға, бейергә һәм һурәт төшөрергә лә ярата. Әсәһенән туған телдә шиғырҙар, әкиәттәр һөйләтергә ярата. Йәйҙәрен ауылда өләсәйҙәрендә ял итә. Атайсал легендалары»нан башҡа конкурстарҙа ла ҡатнашып тора ул етәксеһе Яҙгөл Йәнбирҙина менән. «Башҡорттар» тапшырыуы ойошторған «Рухлы балалар – илем киләсәге» тигәнендә лә диплом менән бүләкләнгән. «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге үткәргән «Бишек йырҙары – халҡым мираҫы» конкурсында еңеүсе булған. Бына шундай һәләтле, рухлы, илһөйәр ҡыҙ үҫеп килә, күҙ теймәһен үҙенә. «Cәңгелдәк» тапшырыуына ла саҡырғандар үҙен. Алда ла ҙур уңыштар, матур киләсәк теләйбеҙ һиңә, Мәрйәм!