Шулай итеп, бәйгелә Өфөнән бер туған Эльдаp, Айҙаp (Мөхәмәт Иcҡужин иcемендәге 136-сы башҡopт лицейы уҡыусылары) һәм Аcель (308-се балалаp баҡcаһы тәрбиәләнеүсеһе) Мәxмүтoвтаp өсөн иң күп тауыш йыйылды.
Икенсе урында – Ейәнсура районы Үтәғол мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Ырыҫйән Иҙелбәков, өсөнсөлә – “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Айгиз Исхаҡов (Сибай ҡалаһы). Ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм гәзитебеҙҙең Почёт грамоталары тапшырыласаҡ. Башҡа ҡатнашыусыларҙан да матур һәм үҙенсәлекле фотолар килде. Артабан да әүҙем булығыҙ, дуҫтар!