+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
15 Ғинуар 2024, 08:29

Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте “Минең шәжәрәм” асыҡ республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Ошо маҡсатта Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм Милли архив баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған сираттағы конкурсын уҙғара.

Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!
Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!

“Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!” тип аталған ижади бәйгенең төп маҡсаттары – баш ҡалабыҙҙың тарихын һәм уның шәхестәренең биографияһын төплөрәк өйрәнеү, ғаилә ҡиммәттәренә хөрмәт, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшенә ылыҡтырыу.

VIII – XI синыф уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында үткәрелгән конкурс өс номинация буйынса ойошторола:

  1. “Өфөлә тыуып үҫкән кешеләр – Рәсәйҙең арҙаҡлы шәхестәре” (эссе);
  2. “Баш ҡаланы үҫтереүгә тос өлөш индергән яҡташымдың (йәғни ауылдашым, райондашымдың) тормош юлы һәм шәжәрәһе”;
  3. “Өфө ҡалаһының йылъяҙмаһы” (тауышлы видеопрезентация).

Заявкаларҙы һәм конкурс эштәрен 1 февралгә тиклем электрон почтаға (urakaeva.aa@bashkortostan.ru) ебәрергә йәки Совет урамы, 7-се йорт адресы буйынса килтерергә мөмкин.

Конкурс эштәренә ҡарата ҡуйылған төп талап – архив документтарына һәм башҡа сығанаҡтарға таяныу.

Йәш тарихсылар араһындағы ижади бәйгелә еңеүселәрҙе тәбрикләү март аҙағында “Торатау” конгресс-холында ойошторола. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, Өфөбөҙҙөң тарихын, унда тыуып үҫкән йәки йәшәгән кешеләрҙең (яҡташтарығыҙ, туғандарығыҙҙың) шәхеснамәһен бергәләп яҙайыҡ! Һеҙҙең ғилми-тикшеренеү эшегеҙ Башҡортостандың баш ҡалаһы юбилейына күркәм бүләк буласаҡ!

 

Н. БУЛАТОВ.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас