Был сараның маҡсаты — балаларға экологик, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү.
"Экожурналистика" номинацияһында еңеүсе исеменә Шаран районының Мичуринск мәктәбенән Вячеслав Ч. лайыҡ булды.
"Тәбиғәттә мәҙәни код" тигәнендә Баймаҡ интернат-лицейынан Асия С. — иң-иңе.
"Тәбиғәт һәм этнос" номинацияһында Сибай ҡалаһының балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүсеһе, гимназия уҡыусыһы Дмитрий П. — I урында.
"Экогид" номинацияһында Белорет ҡалаһының йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүсеһе, 17-се гимназияның IX синыф уҡыусыһы Кирилл С. еңеү яуланы.
"Экойолалар" тигәнендә Мишкәләге 2-се мәктәптән Элиза Ш. еңеүсе булды.
"Этнофеналогия" номинацияһында Әлшәй районы Раевкалағы 4-се мәктәптән Алан Б. I урынға лайыҡ булды.
Уларҙың эштәре Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу турына ебәрелә.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Фото: education.bashkortostan.