Унда VIII — XI синыф уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала. Был ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсын Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Милли архивы 2017 йылдан бирле үткәрә. "Өфөлә тыуып-үҫкәндәр — Рәсәйҙең арҙаҡлы шәхестәре", "Өфөнө үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташымдың шәжәрәһе", "Өфө йылъяҙмаһы" (тауышлы видеопрезентация) номинациялары буйынса эштәр ҡабул ителә.
Конкурстың положениеһында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.