+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
29 Ғинуар 2024, 09:00

Хәйбуллалар – Мәскәүҙә

Беҙҙең мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй конкурсынан яҡшы кәйеф менән ҡайтты. Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Беҙ – Ватаныбыҙ ғорурлығы» атамалы тикшеренеү һәм ижади эштәр бәйгеһе уҙғайны. Унда Рәсәй Федерацияһының 39 төбәге вәкилдәре еңеүсе исеме өсөн көрәште.

Хәйбуллалар – МәскәүҙәХәйбуллалар – Мәскәүҙә
Хәйбуллалар – Мәскәүҙә

Мәртәбәле бәйгенең йом­ғаҡлау этабына II синыфтан Сыңғыҙ Күскилдин менән VI синыфтан Радмир Тоҡомбәтов саҡырыу алғайны. Ма­лайҙар үҙ эштәрен эксперт советы алдында яҡланы. Был бик еңелдән булманы, сөнки комиссияла Мәскәү юғары уҡыу йорттарының профессорҙары һәм уҡытыусылары ла бар ине.
Конкурс һөҙөмтәләре бу­йынса Сыңғыҙҙың – «Бал — Башҡортостан бренды. Ысын балды нисек айырыр­ға?», ә Радмирҙың «Башҡорт милли ашамлығы» исемле эштәре лайыҡлы баһаланды. Улар II дәрәжә дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Балаларҙы ҙур конкурсҡа әҙерләгән район мәғариф идаралығына, мәктәп ди­ректоры Риф Мәжит улы Баймырҙинға, ата-әсәләргә рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ, уҡытыусылар, Сыңғыҙ һәм Радмир менән ғорурланабыҙ.

Линиза МӨЛКӘМӘНОВА, Светлана ТОҠОМБӘТОВА, уҡытыусылар.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас