+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Ғинуар , 16:00

"Тау башында балҡый бер ҡала"

Иғтибар: яңы конкурс!

"Тау башында балҡый бер ҡала"
"Тау башында балҡый бер ҡала"

Быйыл йәй айҙарында баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Әлеге ваҡытта ошо иҫтәлекле датаны лайыҡлы ҡаршылау өсөн һәр тармаҡта төрлө эштәр башҡарыла: мөһим әһәмиәтле комплекстар төҙөлә, урамдар күркәмләнә, ҡунаҡтарҙы матур ҡаршыларға әҙерлек саралары бара. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында баш ҡалабыҙҙың юбилейына арналған конкурстар, бәйгеләр, ярыштар ойошторола.

Республикабыҙҙың балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә» лә был тарихи ваҡиғанан ситтә ҡала алмай. Шуға бөгөн уҡыусылар араһында бер түгел, өс конкурс иғлан итәбеҙ.
Беренсеһе «Тау башында балҡый бер ҡала» тип исемләнеп, унда Өфө хаҡында яҙылған шиғырҙар бәйгеһе уҙғарыласаҡ.
Икенсеһе «Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?» тип атала. Был бәйгелә уҡыу­сылар иң яҡшы мәҡәләләр, иншалар, эсселар менән ҡатнаша аласаҡ.
Өсөнсөһөндә, «Өфөлә мин яратҡан урын» конкурсында, оҫта һүрәт төшөрөүселәрҙе, йәш рәссамдарҙы ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Бәйгеләргә Өфөнөң юбилейы алдынан йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, Өфө хаҡында китаптар, редакцияның Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ. Бағыусылар табылһа, бәлки, конкурс материалдарын айырым китап итеп сығарырға ла мөмкинлек булыр.
Баш ҡалабыҙҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Һеҙҙән илһамлы ижад өлгөләре көтөп ҡалабыҙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: