Уның сиктәрендә бына дүртенсе йыл инде “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы” конкурсы ойошторола. Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 31 ҡала һәм райондан 34 педагог ҡатнаша. Улар “Интернет-ресурс», "Балалар менән тәрбиәүи сара", "Оҫталыҡ класы", "Жюри ағзалары менән әңгәмә", "Педагогик дебат" конкурстарында һынау тота. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ.
Еңеүселәрҙең исемдәре 28 февралдә иғлан ителәсәк.
Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге видеоһында һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашҡан тәрбиәселәр менән таныша алаһығыҙ.