+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
7 Февраль , 22:00

Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...

Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Диктор тауышы” бәйгеһе үҙ еңеүселәрен уның тыуған көнөндә тап ошо ваҡытта Өфөлә йыйҙы.

Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...

Ижади конкурста ҡатнашырға теләүсе балалар һаны йылдан-йыл арта. География ла киңәйә: тиҙҙән бәйге Рәсәй кимәленә күтәрелмәҫ, тимә. Быйыл 80-ләп видеояҙма ҡабул ителгән. Әйткәндәй, шарт буйынса уҡыусылар ике эш ебәрергә тейеш ине: яңылыҡтар һәм мәктәп тормошо хаҡында репортаж. Маҡсаттар бер нисә – башҡорт теленең бәҫен күтәреү, йәш таланттарға юл асыу, һөнәри йүнәлеш биреү һәм Әхәт Мортазиндың исемен мәңгеләштереү. Был хаҡта “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары, данлыҡлы дикторҙың тормош иптәше Тәнзилә Үлмәҫбаева әйтеп үтте. Маҡсаттар тормошҡа ашырыла барыуына шик юҡ: нисек тырышып әҙерләнә бит балалар! Ә быйыл “Диктор тауышы” инде бишенсе тапҡыр уҙҙы – һөҙөмтәләр шатландыра, бәйгеселәр оҫтарғандан-оҫтара.

Финалға барып етеүселәр тағы берҙе талапсан жюри иләге аша үткәрелде. Эштәрҙе баһалағандан һуң 15 телһөйәр бүләкләү тантанаһына саҡырылды. Кемдәр һуң улар?

“Уңышҡа ынтылыш” номинацияһында өс еңеүсе билдәләнде: Мәләүез ҡалаһының 6-сы лицейынан VIII синыф уҡыусыһы Радмир Зәйнәғәбдинов (етәксеһе – Гөлнара Татлыбаева), Саҡмағош районы Үрнәк мәктәбенән V синыф уҡыусыһы Илназ Гәрәев (Айгөл Зиннәтуллина) һәм Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбенән VII синыф уҡыусыһы Нәркәс Юланова (Фирҙәүес Ҡашҡарова).

Башланғыс һәм урта синыфтар араһында икешәр призлы урын бирелде:

I урын – Асҡын районы Асҡын ауылының 2-се мәктәбенән VI синыф уҡыусыһы Динә Солтанова (етәксеһе – Гөлнара Сәйетова) менән Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Дәрбиш мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Данил Абдрахманов (Гөлсирә Фәхретдинова);

II урын – Учалы районы Комсомол мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Айнель Әйүпова (Гүзәл Бәхтийәрова) менән Илсе мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Самира Баҡыева (Рәмилә Солтанова);

III урын – Бөрйән районы Исламбай мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Тимур Мырҙағолов (Венера Мырҙағолова) менән Белорет районы Инйәр ҡасабаһындағы 2-се мәктәптең IV синыф уҡыусыһы Зөлхизә Йосопова (Асия Йосопова).

Силәбе өлкәһенән эштәрен ебәреүселәр байтаҡ булған. Данил үҙе төрлө бәйгеләрҙә гел ҡатнашып тора икән: яңыраҡ “Урал батыры” өлкә олимпиадаһында III урынға лайыҡ булған. Былтыр иһә районда уҙғарылған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында еңгән. “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” видеороликтар бәйгеһендә лә призлы урын алған.

– Беҙ ғаиләлә дүртәүбеҙ, Рафаил ҡустым бар. Атай-әсәйем – башҡорттар, өйҙә үҙ телебеҙҙә генә аралашабыҙ. Мин гел “бишле”гә генә өлгәшәм. Ошо тантанаға Өфөгә килеүемә ныҡ шатмын. Бында беренсе тапҡырмын, – ти Данил. Ныҡ шәп, тырыш малай, тип уҡытыусыһы ла маҡтаны үҙен. Киләһе йыл йәнә ҡатнашырға иҫәп тоталар.

Самира Баҡыеваның уҡытыусыһы Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы менән әңгәмәләшәм.

– Уҡыусыларым менән йыл һайын видеояҙма ебәрәбеҙ һәм призлы урынһыҙ ҡалмайбыҙ, – тип шатлана ул. – Самира – алдынғы уҡыусы, төрлө конкурстар призёры. Үҙе теләк белдерҙе, икәүләп ныҡлап әҙерләндек. Быға хәтлем хатта Рәсәй кимәлендә нәфис һүҙ оҫталары бәйгеләрендә һынатмағас, финалға сығыу уға ауырлыҡ тыуҙырманы. Етмәһә, ҡалалағы “Пионер” студияһында тапшырыуҙар ҙа алып бара – тәжрибәһе бар.

Бөрйән малайы Тимур ҙа сәхнәлә үҙен тота белә – дүртенселә генә уҡыһа ла, бер нисә йыл инде мәктәп сараларында алып барыусы икән. Шиғыр бәйгеләрендә ҡатнашырға ярата, яҡшы уҡый, өйҙә һеңлеләрен ҡарап ҡына тора. Йәнә бер шөғөлө – робототехника. Түңәрәк етәксеһе Рамаҙан Сабирйән улы Ғәлиуллин менән төрлө ярыштарҙа еңеү яулайҙар.

Өлкән синыф уҡыусылары араһында беренсе урында – Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VIII синыф уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов (етәксеһе – Шәүрә Кейекбирҙина) менән Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының XI синыф уҡыусыһы Ғайсар Мөхәмәтйәнов (Фәриҙә Миһранова), икенселә – Учалы ҡалаһының Сабир Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейының IX синыф уҡыусыһы Регина Сиражетдинова (Елена Шахурина), Учалы районы Уральск мәктәбенең X синыф уҡыусыһы Тимур Вәлиуллин (Рәмзиә Шәһиева), Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының VIII синыф уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова (Лариса Рәхимова), ә өсөнсөлә – Учалы районы Мулдаҡай мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Алёна Смирнова (Зөлфиә Әминева). Алһыу менән Искәндәргә “Тамыр” балалар телеканалының махсус бүләктәре лә тапшырылды.

Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс мәл етте. Шулай итеп, Гран-при эйәһе – Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейының VIII синыф уҡыусыһы Айтуған Мөхәмәтйәнов! Уны бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыһы Гөлнар Асҡарова тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Социаль селтәрҙә осраҡлы ғына күреп ҡалдым иғланды. Шунда уҡ Айтуған менән әҙерләнә лә башланыҡ. Әүҙем, һәләтле, үҙ фекере булған, шул уҡ ваҡытта артығын һөйләп бармаҫ егет ул. Ғөмүмән, беҙҙең белем усағында иң талантлы уҡыусылар йыйылған. Шуға ла финалға үтеүгә өмөт ҙур ине. Видеолар төшөрөүҙә ярҙам иткән дуҫы Рамаҙан Халиҡовҡа рәхмәтлебеҙ!

Легендар дикторҙың юлын дауам итеүселәр ошо залда ултыра, тигәйне тантананы асҡанда баһалама ағзалары. Амин, шулай булһын, телебеҙ йәшәһен, уны ихтирам итеүсе быуын үҫһен!

 

Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотолары.

 

Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Өфө һөйләй. Баш ҡалала – иртәнге 11...
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: