+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Февраль , 15:00

Атайҙар, һеҙҙең өсөн

Башҡортостанда “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүселәр араһында ғаризалар ҡабул ителә.

Атайҙар, һеҙҙең өсөн
Атайҙар, һеҙҙең өсөн

Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән награда 2020 йылдан алып бирелә. Был атайҙар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлау, тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, сәләмәт тормош алып барған булырға, лайыҡлы балалар тәрбиәләргә тейеш.

Кем ҡатнаша ала?

Башҡортостанда 5 йылдан кәм йәшәмәгән, Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр. Төрлө өлкәләрҙә шәхси ҡаҙаныштары булған, балалары уңышҡа өлгәшкән (батырлыҡ эшләгән, республика мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт иткән һ. б.) атайҙар өҫтөнлөккә эйә буласаҡ.

Нисек ҡатнашырға?

Конкурс тураһында положениела күрһәтелгән документтарҙы әҙерләп, уны Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының электрон почтаһына 2024 йылдың 1 июненә тиклем ебәрергә: [email protected].

Еңеүселәргә йәмәғәт наградаһы – “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе һәм диплом тапшырыла. Бөтә кандидаттар ҙа ҡатнашыусы дипломдары менән бүләкләнә.

Өҫтәмә мәғлүмәтте эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем +7 (347) 280-82-36 телефоны буйынса белергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/602958/.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: