+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
14 Февраль 2024, 09:00

Йәш журналистар – ижад майҙанында

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында етенсе тапҡыр «Йәш журналист» конкурсы уҙҙы. Төрлө темаға мәҡәлә яҙыу, репортаж әҙерләү буйынса оҫталыҡ бәйгеһендә уҡыусылар, студенттар быйыл да һынатманы.

Йәш журналистар – ижад майҙанындаЙәш журналистар – ижад майҙанында
Йәш журналистар – ижад майҙанында

Йәш быуынды был өлкәгә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһындырыу менән бергә башҡорт телендә яҙа, фекерләй белгән шәхес үҫтереү ҙә мөһим. Конкурстың төп маҡсаты ине ул.
«Видео» номинацияһында уҡыусылары менән призлы урындар алған Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының «НөктәТВ» студияһы етәксеһе Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимова тәьҫораттары менән бүлеште.
– «Тау-тау хәбәр» тапшырыуына гимназияла уҙған республика, район кимәлендәге сараларҙан сюжеттар ебәреп торабыҙ. Башҡарылған эштәр күп, уларҙың ваҡы­тында баһаланыуы, «Бәйләнештә» социаль төркөмөндә сағылып барыуы уҡыусыларға дәрт өҫтәй. Гимназияла өлгөлө, арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар үтеп то­ра. Шул ваҡытта, әлбиттә, уларҙан интервью алабыҙ. Ошондай эштәрҙе конкурсҡа тәҡдим иттек. Һөҙөмтәләр беҙҙе ҡыуандырҙы, – ти ул.
Уҡыусыларға шундай ижади бәйгеләрҙә күберәк ҡатнашыуҙарын, төрлө яҡлап үҫешеүҙәрен теләйем. Журналист өсөн иң мөһиме – тирә-яҡтағы үҙгәрештәргә битараф булмау.


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА,
баһалама ағзаһы.

 

Минең геройым

Беҙ, XI синыф уҡыусылары, тағы бер нисә айҙан оло тормош юлына аяҡ баҫабыҙ. Кемдер уҡырға китер, кемдер хәрби сафҡа алыныр. Нисек кенә булмаһын, артабан ҡайҙа ғына беҙҙе яҙмыш алып бармаһын, һәммәбеҙгә яңы тормошта, яңы юлда уңыштар теләп ҡалам. Тырышып уҡырға, яҡшы һәм файҙалы эшкә урынлашырға, ғаилә ҡорорға, киләсәктә илебеҙҙең, Башҡортостаныбыҙҙың терәге булырға яҙһын!

Эйе, мәктәп һуҡмағы беҙҙе оло юлға алып сыға. Ошо мәлдә һәр беребеҙҙе төрлө уйланыуҙар, икеләнеүҙәр һәм хатта бер ни тиклем хафаланыуҙар ҙа баҫа, яҡты тормошто уйлап иһә төрлө хыялдарға биреләбеҙ. Ҡайҙа барырмын? Кем булырмын? Кем­дәр менән оло тормош юлын бәйләрмен? Атай-әсәйҙәребеҙ алдында ла, беҙҙең уйҙарҙа ла ошондай һорауҙар ҡайнай. Бынан тыш, киләсәкте күҙ алдына килтергәндә кемгәлер оҡшарға тырышабыҙ, кемдеңдер тормошона ҡарап, үҙебеҙҙең дә киләсәкте күҙ алдына баҫтырабыҙ. Кемгә оҡшарға тырышабыҙ һуң беҙ? Кем минең геройым?
Ысынлап та, кем минең геройым? Сағыу кинолағы текә машинала елдергән елғыуармы? Әллә уңышлы һәм сергә төрөнгән программист? Бәлки, таҡта янында торған яратҡан уҡытыусымдыр? Урамда барыһын үҙенә ҡаратып тотҡан тиҫтерҙәшем? Хай­уандарҙы кешеләй яҡын итеп күреп, уларҙы ҡурсалаусы изге ирекмән? Кем һуң минең геройым? Әлбиттә, мин бында һүҙҙе һай­лаясаҡ һөнәр хаҡында ғы­на алып бармайым. Беҙҙе, ғөмүмән, киләсәктә ниндәй кеше булырбыҙ, тигән һорау борсой, борсорға тейеш! Шуға әле күптәр һайлау алдында: кемгә оҡ­шарға, кемдең имиджына табынырға, кемдең образын үҙ итергә? Миңә ҡал­һа, әлеге көндә беҙ әллә ҡайҙа, тау, юҡ, хатта океан артында геройҙарыбыҙҙы эҙләп йөрөргә тейеш түгел. Улар кинола ла түгел, йыраҡ илдәрҙә лә – улар беҙ­ҙең янда, беҙҙең тормошта!
Геройҙарыбыҙ – беҙҙең арала, улар, минеңсә, әлеге көндә ҡулдарына ҡорал алып, махсус хәрби операцияла йәберләнгән халыҡты нацистарҙан азат итеүсе ағайҙар! Был ил һаҡсыларына кейем, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләп ебәргән халыҡ, ағай-апайҙар, әбей-бабайҙар, тиҫтерҙәрем дә маҡтауға лайыҡ.
Тарих буйынса дәреслектән беҙ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда уның еле ҡағылмаған йорт, ғаилә булмаған, тип уҡыйбыҙ. Әлеге көндә лә күптәрҙең аталары, улдары, ағай-ҡус­тылары илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап, ғүмерен йәлләмәй алыша. Улар ара­һында хатта әсәйҙәр, апай­ҙар, ҡыҙҙар ҙа бар. Уҡытыусылар күп. Ә һуғыш еле һәммәбеҙгә ҡағыла. Минең дә ағайым бөгөн яу ерендә. Ошондай ҡыйыу ағайым булыуы менән сик­һеҙ ғорурланам. Бар донъя­ға ҡысҡырып исемен атағы килә. Әммә дошман да ныҡ һиҙгер, хатта тылда ла үҙ шымсыларын эшкә ҡушып, яугирҙарҙың ғаиләләре тураһында, үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт йыя. Шуға әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәҡәләлә исе­мен дә, фамилияһын да атай алмайым. Ләкин килер ваҡыт, уның тураһында айырым ҙур итеп, фоторәсемдәрен дә ҡулланып мәҡәлә яҙырмын әле, һүҙ бирәм! Еңеү таңы килгән көндө үк! Мотлаҡ!
Ағайым йәштән (бала саҡтан) хәрбиҙәрсә сая, мыҡты, яуаплы булды. Кемдер ярҙам һораһа, ул берәүгә лә «юҡ» тип әйтмәй, ҡулынан килгәнсә һәр кемгә иғтибарын бүлергә тырыша. Украинала элекке ватандаштарыбыҙҙы ҡыҫырыҡлау, йәберләү, хатта үлтереү башланғас та был ғәҙелһеҙлеккә, хәшәрәтлеккә түҙә алмай, ил азаматтары, яҡташтары, Рәсәй Президенты менән ошо халыҡты яҡлаусылар рәтенә баҫты. Әлеге көндә ул имен генә хеҙмәт итә, отпуск ялына ла ҡайта. Осрашҡан һайын уның менән һөйләшеп туя алмайбыҙ, әле үҙен һағынам, көн дә: «Ағайым иҫән генә булһын», – тип өләсәйем өйрәткән доғаларҙы ҡабатлайым.

Камилла ҒӘЛИНА, XI синыф уҡыусыһы.
Мәләүез ҡалаһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы.

 

Туғандарым, мин тип торғандарым...

Алты айлыҡ сағымдан ун ике йәшемә тиклем Ким олатайым тәрбиәһендә үҫтем. Ул миңә атайым урынында ла, әсәйем урынында ла булды. Миңшәйҙә өләсәйемдең вафатына 20 йыл ваҡыт үтте. Ул мөләйем йөҙлө, һоро күҙле, оҙон толомло булған. Олатайым ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, йомшаҡ ҡуллы ине. Беҙ бик татыу йәшәнек.

Ҡәҙерлеләремдең үҙҙәренең 5 балаһы үҫте. Ағай-апайымдар мине бер ҡасан да ҡыйырһытманы. Һәр береһе үҙ аллы тормошон уңышлы ҡорҙо. Диана, Рөстәм, Диләрә, Ләлә (минең әсәйем), Гөлсәсәк – бер оянан сыҡҡан ҡошсоҡтар. Диана әбейем һаулыҡ һаҡлау министрлығында юғары вазифала эшләне. Рөстәм бабайым нефть өлкәһендә көс түкте, ә Диләрә әбейем – бухгалтер, Гөлсәсәк апайым, әсәйем – ашнаҡсылар. Әйткәндәй, әсәйем намыҫлы хеҙмәте менән V разрядлы ашнаҡсыға тиклем күтәрелде. Бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ! «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тигән әйтем тап туғандарым хаҡында әйтелгән кеүек.
Әсәйем Себер яҡтарына вахтаға китеп эшләне, әле лә шул һөнәрендә. Яҡын кешемде һағыныу тойғоларын ошо туғандарым хәстәре менән баҫтым. Олатайым һәр көн мәктәпкә оҙатып ҡалды. Ҡайтыуыма тәмле итеп аштарын бешереп өлгөртөр ине. Ял көндәрендә икәүләп йорт эштәре менән булдыҡ. Гел генә бергә сығып һыу ташып, мунса яҡтыҡ. Көҙ үҙебеҙсә өмә үткәрә торғайныҡ. Эргә-тирәне сүп-сарҙан таҙаланыҡ. Әсәйем ҡайт­ҡанда таҙа торһон, минең эште күреп ҡыуанһын, тип уйлай инем.
Олатайым, Ким Абдулла улы Хәлимов, 1938 йылдың 5 мартында Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуған. Ул бик изге күңелле, ауыр саҡта һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кеше ине. Эште яратып башҡарҙы. Бала са­ғы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килһә лә, бөгөлөп төшмәгән. Башлан­ғыс мәктәпте тыуған ауылында тамам­лай. V – VIII синыфтарҙа Бикҡол мәктәбендә уҡый. Әрме сафына барып ҡайтҡандан һуң Бәләбәйҙә механиза­торҙар әҙерләү училищеһында һөнәр ала. Данлы механизатор булып таныла. Маҡтау грамоталары бар. Уның өлгөһө мине яңы башланғыстарға ҡыйыу тотонорға дәрт өҫтәй. Олатай мәктәбе үткән бала булараҡ, әле бер эштән дә ҡурҡмайым. Күңел һалып башҡарһаң, бер эш тә ҡарышмай. Ким олатайым мине ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, маҡсат менән йәшәргә өйрәтте. «Бер ҡасан да башыңды эймә, тик алға атла. Тормош бик ҡыҫҡа, бер миҙгел генә, уны ярат. Үҙ башҡортоң менән донъя ҡор», – ти торғайны. Уның аманатын тотасаҡмын.
Олатайым 2020 йылдың 10 апрелендә күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Яҡын кешеләремдең яҡты рухтары мине ны­ҡыш, тырыш булырға өндәй. Туғанда­рымдың барыһы ла үҙемде яратты, гел файҙалы кәңәштәрен бирҙе. Мине тәр­биәләүгә һәр береһе үҙенсә өлөшөн ин­дерҙе. Ошондай тартып торған кешелә­рем барҙа үҙемде бәхетле һанайым. Яҡ­шы холоҡло, тәртипле, белемле, илемә, туғандарыма кәрәкле кеше булып үҫеү өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын.
Мин Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейҙа белем алам. Был уҡыу йортонан танылған яҙыусылар, шағир­ҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Абруйлы шәхестәр тәрбиәләнгән парта артына яҡты хыялдар менән килеп ултырҙым. Киләсәктә балалар табибы булырға теләйем. Милләттәштәремдең ул-ҡыҙҙары сәләмәт булып үҫһен өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Шуға тырышып уҡыйым, буласаҡ һөнәрем буйынса өҫтәмә әҙәбиәт менән дә ҡыҙыҡһынам.

Азалиә ХӘЛИМОВА,
X синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас