+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
21 Февраль , 16:01

Еңеүселәр билдәләнде!

Ҡәҙерле балалар! "Йәншишмә" гәзите ойошторған "Яратам мин телемде" видеоконкурсында ихлас ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Шундай телһөйәр, оҫта һөйләүсе кескәйҙәрҙең һәм уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы.

Еңеүселәр билдәләнде!
Еңеүселәр билдәләнде!

Видеоконкурсҡа бөтәһе 76 видеояҙма алдыҡ. Алдан вәғәҙә иткәнебеҙсә, эштәрҙе абруйлы жюри баһаланы. "Ағиҙел" журналының шиғриәт бүлеге мөхәррире, шағирә, "Йәншишмә"нең элекке йәш хәбәрсеһе Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер КАМАЛОВ менән видеояҙмаларығыҙҙы тағы бер тапҡыр ҡарап, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләнек.

Шулай итеп, I урынға Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының X"А" синыфы уҡыусыһы Алик ҒӘЛИУЛЛИН лайыҡ булды.

II урында - ошо уҡ гимназияның VIII"А" синыфынан Алһыу КАЙБЫШЕВА.

Тағы бер II урын Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының II синыф уҡыусыһы Әҙилә АҘНАБАЕВАҒА бирелде.

III урында - Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Зарифа БАҺАУВА, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес мәктәбенән III синыф уҡыусыһы Фидалия ИРМӘКОВА, Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Луиза МӨХӘМӘТОВА. 

Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбенең VII "Б" синыфы уҡыусыһы Нәғим НӘҘЕРҒОЛОВ  һәм Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының IV синыфынан Искәндәр ҠОТЛОЮЛОВ  "Тел ҡәҙере" номинацияһында билдәләнде.   

Кескәйҙәр араһында кемдәр еңеүсеме?

I урын - Сибай ҡалаһы, "Әкиәт" балалар баҡсаһының "Ынйыҡай" төркөмөнән Милә ҒӘЛФӘҮРОВА, Әҙилә ХОҘАЙҒОЛОВА, Наилә ДИЛМӨХӘМӘТОВА, Ынйыгөл ӘБДЕЛҒАЗИНА.

II урын - Баймаҡ ҡалаһы, "Йондоҙло" балалар баҡсаһының уртансы төркөмө тәрбиәләнеүселәре.

III урын - Әбйәлил районы, Асҡар ауылындағы "Тирмәкәй" балалар баҡсаһынан 4 йәшлек Эмилия САБИТОВА.

Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Уҡыусыларҙы бәйгелә ҡатнашырға дәртләндергән етәкселәргә рәхмәт!

Еңеүселәргә һәм призерҙарға "Йәншишмә" гәзитенең Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ. Видеоконкурста ҡатнашҡан ҡалған балаларға редакцияның Маҡтау ҡағыҙҙары әҙерләнә (етәксеһенең дә исем-шәрифе яҙыласаҡ). Уларҙы нисек алыу тураһында сайтыбыҙҙа һәм гәзиттең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә тағы ла хәбәр итәсәкбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

 

Еңеүселәр билдәләнде!
Еңеүселәр билдәләнде!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: