Ә гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында толом-толом сәс үҫтереүселәр күпме икән? Әйҙәгеҙ, матур фотоларығыҙ менән бүлешегеҙ, сибәркәйҙәр! Үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә лә онотмағыҙ: йәшәгән ерегеҙ, уҡыған мәктәбегеҙ, яратҡан шөғөлдәрегеҙ. Бәлки, толомдарығыҙ ҡыҙыҡлы хәл сәбәпсеһе лә булғаны барҙыр. Ә инде сәс тәрбиәләү буйынса файҙалы кәңәштәрегеҙ ҙә бар икән, бигерәк шәп!
“Оҙонсәс” бәйгеһенең еңеүселәре икәү булыр: береһен редакция хеҙмәткәрҙәре билдәләһә, икенсеһен тауыш йыйыу юлы менән белербеҙ. Башланыҡ! Фотолар 8 мартҡа тиклем "Бәйләнештә" битендә https://vk.com/topic-45440006_49556138 һылтанмаһы буйынса ҡабул ителә.