+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
2 Март 2024, 15:16

Ҡар-бурандар уйнатып...

Әбйәлилдә “Башҡорт аты” фестиваленә әҙерлек сиктәрендә район һабантуйы майҙанында ҡышҡы ат ярыштары үтте.

Ҡар-бурандар уйнатып...Ҡар-бурандар уйнатып...
Ҡар-бурандар уйнатып...

Ни тиһәң дә, ат ярыштары - мауыҡтырғыс тамаша, йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, ат яратыусылар, бәйгеләргә битараф булмағандар һәр саҡ күп йыйыла. Ҡояшлы матур көндә ололар, йәштәр менән балалар ҙа күп килгәйне.

Ат сабыштары йыш үткәрелеп тороуға ҡарамаҫтан, мәҫәлән, ике аҙна элек кенә бындай ярыштар Таштимер ауылында ойошторолғайны, бәйгегә сығыусылар ҙа күп булды. Таштимер һәм Дәүләт ауыл биләмәләре район йылҡысылары, эшҡыуарҙар ярҙамында ”Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү һәм һаҡлау фонды менән берлектә ойошторолған ҡышҡы бәйгелә йөҙләгән ат ҡатнашты,  ярыштарҙа әбйәлилдәрҙән тыш, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Учалы, Архангел, Силәбе һәм  Ырымбур өлкәләренән дә һыбайлылар булды.

Спорт байрамын асып, Әбйәлил район башлығы урынбаҫары Ғәлим Солтанов йыйылыусыларҙы тәбрикләне, районда йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү тәңгәлендәге үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән таныштырҙы.

”Ирәндек” фонды директоры А. Ғ. Ишмөхәмәтов фондтың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте.

– Башҡорт  тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн уларҙы иҫәпкә алыу ғына түгел, генетик анализ йүнәлешендә фәнни эш алып барыла. Шулай уҡ атҡа ҡымыҙ һәм ит сығанағы итеп кенә ҡарамайынса, ат спортын үтереүгә лә ҙур иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Был тәңгәлдә республика етәкселеге, ассоциациялар, берләшмәләр берлектә эш алып барыуы ыңғай һөҙөмтә бирә. Бөгөнгө бәйге буласа “Башҡорт аты” фестиваленә әҙерлек тә, –тине Айнур Ғүмәр улы һәм ҡышҡы бәйгене ойошторған әбйәлилдәргә оло рәхмәтен еткерҙе.

Ойоштороусылар исеменән һүҙ алған Ильяс Һибәтов фекерҙәштәренә, ярышты ойошторған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, бәйгеселәргә уңыштар теләне.  

Бөтәһе биш заезда иң шәп сапҡан, йылғыр аттар асыҡланды. Тәүге заезда ике йәшлек башҡорт тоҡомло аттар 1 мең 200 метрлыҡ дистанцияла уҙышты.

Икенсе заезда ла дистанция шундай булды, бында үҙ-ара бәйгегә бөтә тоҡомло аттар баҫты. Өс йәшлек башҡорт аттары 3 мең метрлыҡ арауыҡта көс һынашты. “Оҙон бәйге”гә  бөтә төр аттар сыҡты һәм улар 6 мең метрлыҡ дистанцияла сабышты.

Бишенсе  заезда иһә санаға егелгән эш аттарында сабыштылар. Был аттар 5 мең метр арауыҡты кемуҙарҙан уҙҙы.

Һәр заезда  иң шәп һөҙөмтә күрһәткәндәргә елле бүләктәр әҙерләнгәйне. Һәр заезда беренселекте яулағандарға Әбйәлил йылҡысылары – Ильяс Һибәтов, Мирхәт Рәжәпов, Заһир Ғәлиуллин, Салауат Баһаув һәм Фуат Талипов бүләккә башҡорт тоҡомло ҡолон бирҙе. Майҙан хужалары  бәйгеләрҙә һынатманы, өс заезда тәүге өс урынды яулап, өс ҡолондо Әбйәлилдә ҡалдырҙы. Бер ҡолон Ейәнсураға китһә, тағы береһен баймаҡтар алып ҡайтты.

Икенсе-өсөнсө урын алғандар аҡсалата бүләктәргә лайыҡ булды.

Уҡ атыу буйынса ярыш та бик көсөргәнешле барҙы, унда ҡатнашып, еңеү яулағандар ҙа бүләкһеҙ ҡайтманы.

Ярыштарҙы Сибай балалар ижад йорто директоры Фәрүәз Рафиҡов күңелле итеп алып барҙы.

Сараны ойоштороусылар бәйгеселәрҙе һәм көйәрмәндәрҙе эҫе сәй һәм былау менән һыйланы.Байрам барыһына ла шәп кәйеф бүләк итте, һәр кем тәбиғәт ҡосағында ял итеп, күңеле күтәрелеп ҡайтты.

Сығанаҡ: oskon.info.

Ҡар-бурандар уйнатып...
Ҡар-бурандар уйнатып...
Ҡар-бурандар уйнатып...
Ҡар-бурандар уйнатып...
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас