+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
5 Март 2024, 10:45

Гүзәлиә Урал ҡыҙы һәм Лилиә Марс ҡыҙы, ҡотлайбыҙ!

Өфөлә VIII “Ҡатын –ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙҙы.

Гүзәлиә Урал ҡыҙы һәм Лилиә Марс ҡыҙы, ҡотлайбыҙ!Гүзәлиә Урал ҡыҙы һәм Лилиә Марс ҡыҙы, ҡотлайбыҙ!
Гүзәлиә Урал ҡыҙы һәм Лилиә Марс ҡыҙы, ҡотлайбыҙ!

Сараны асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар – “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Ирина Бабакова, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Заҡуан ҡыҙы Иғтисамова ҡатнашты.

Тәбрикләү һүҙе менән “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсына нигеҙ һалған, БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны.

Шулай итеп, 10 номинацияла өсәр лауреат бүләкләнде: “Милләт әсәһе”, “Лидер”, “Мәҙәниәт”, “Медицина хеҙмәткәре”, “Ғалимә”, “Педагог”, “Бизнес-леди”, “Оҫтабикә”, “Көмөш ирекмән” һәм “Йәштәр лидеры”.

Йола буйынса, финалда 17 ҡатын-ҡыҙға Рабиға Ҡушаева исемендәге Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте миҙалдары тапшырылды.

Шулар араһында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Педагог” номинацияһында еңеү яуланы.

Улар – Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбенән Гүзәлиә Урал ҡыҙы Закирова, Салауат районы Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл мәктәбенән  Лилиә Марс ҡыҙы Иҙрисова.

Һеҙгә тыңғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Гүзәлиә Урал ҡыҙы һәм Лилиә Марс ҡыҙы, ҡотлайбыҙ!
Гүзәлиә Урал ҡыҙы һәм Лилиә Марс ҡыҙы, ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас