+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
5 Март 2024, 09:01

Күмертауға барып булмаһа ла...

Февраль бураны иң көслөһө була. Быйылғыһы миңә «Рәхимов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашырға ҡамасауланы. Әҙер эшебеҙ менән 8 февралдә Күмертау ҡалаһына бара алмай ҡалдыҡ. Ныҡ ҡыйын булды, сөнки етәксем менән 10 көн буйы яҙҙыҡ, сығыш яһарға әҙерләндек. Темабыҙ ошолай яңғырай: «Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхи­мов – үрнәк алырлыҡ шәхес».

Күмертауға барып булмаһа ла...Күмертауға барып булмаһа ла...
Күмертауға барып булмаһа ла...

Иң башта VII – VIII синыф уҡыусылары араһында «Кем ул Мортаза Рәхимов?» тигән һораулама үткәрҙек. Һөҙөмтәләр билдәле булғас, йөкмәткеле материал йыйып, ҡыҙыҡлы сығыш әҙерләргә, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Эште архив материалдарын өйрәнеүҙән башланыҡ. Артабан тәүге Президентыбыҙҙы яҡындан белгән кешеләр, күренекле шәхестең туғандары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
Эште йомғаҡлап, түбәндәге һығымтаға килдек. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов – республикала йәшәгән халыҡ, йәнтөйәгебеҙҙең үҫеше өсөн бихисап мөһим эштәр атҡар­ған шәхес. Беҙҙең Хәйбулла районы өсөн генә күпме көс түккән ул! Бөтә эштәр ҙә ойоштороусынан баш ала. Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормошҡа ҡараштары – бөгөнгө быуынға ла үрнәк.
Тәүге Президентыбыҙ тыуыуына 90 йыл тулыуға арнал­ған конференцияға барырға буран ҡамасауланы. Тырышлығыбыҙ бушҡа булды, тип әйтмәйем. Етәксем Айгөл Рәшит ҡыҙы Рәсембәтова, икенсе фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашырбыҙ, тип йыуатҡайны. Шулай килеп сыҡты ла: күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһына барҙыҡ. Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сарала ҡатнашып, унда II урын яулап ҡайттыҡ.

Зөлхизә ИСҠУЖИНА, йәш хәбәрсе.
Хәйбулла районы,

Аҡъярҙағы 3-сө киң профилле полилингваль мәктәп.

Күмертауға барып булмаһа ла...
Күмертауға барып булмаһа ла...
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас