+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Март 2024, 14:47

"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"

Беҙҙең гимназияла шулай тип аталған ярыш уҙҙы.

"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!""Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"
"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"

V – VIII синыф ҡыҙҙары өсөн бик ҡыҙыҡлы спорт ярыштары, музыкаль яҡтан көс һынашыу ҡаралған ине. Тәүҙә командалар исем, девиз, эмблема уйланы. Ҡыҙҙар скакалка аша һикереүҙә, туп менән ярыштарҙа, төрлө күнекмәләр башҡарыуҙа сослоғон, етеҙлеген һынаны. “Йондоҙҙар”, “Ынйылар”, “Алмабикәләр” һәм башҡа сағыу атамалы командаларҙың әле – береһе, әле икенсеһе алға сыҡты. Музыкаль конкурста ла гүзәлкәйҙәр юғалып ҡалманы: әсәйҙәргә арналған матур йырҙар яңғыраны, башҡортса бейеүҙәр башҡарылды, музыка ҡоралдарында уйнау һәләттәрен дә күрһәттеләр. Ижади сығыштар барыһына ла бик оҡшаны.

Һөҙөмтәлә VI “Б” һәм VIII “Б“ синыфы ҡыҙҙары еңеүсе тип табылды.

Лиана СИБАЕВА,

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының V “Б” синыфы уҡыусыһы.

Белорет ҡалаһы.

"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"
"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"
"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас