+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
13 Март 2024, 09:24

Сәскәйҙәрең толом-толом...

Гәзитебеҙ сайтында 8 Март байрамы алдынан “Оҙонсәс” фотобәйгеһе иғлан иткәйнек. Ҡатнашыусыларҙың күплеге һөйөндөрҙө. Сәстәрен оҙон итеп үҫтереүсе сибәркәйҙәребеҙ байтаҡ икән! Ҡайһылары үҙҙәре менән таныштырып ҡына ҡалмаған, толомдарын тәрбиәләү серҙәре менән дә бүлешкән.

Сәскәйҙәрең толом-толом...Сәскәйҙәрең толом-толом...
Сәскәйҙәрең толом-толом...

Матур-матур фотоларға тауыш биреүҙә уҡыусыларыбыҙ бик әүҙем ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, Әбйәлил районы Таштуй ауылынан Алһыу КИНЗЕЛБАЕВА 523 тауыш менән алға сыҡты. Бына нимә яҙа уның инәһе Файза Мирхәйҙәрова: Алһыу һеңлеһе Элиза менән сәстәрен оҙон итеп үҫтерергә хыяллана. Шуға күрә әсәләре ҡыҙҙарҙың сәсен ҡатыҡ һыуы һәм төрлө үләндәр төнәтмәһе менән йыуа. Алһыу IV синыфта уҡый. Оҫта ҡуллы, фантазияға бай: сәйләндән үрергә, тегенергә ярата. Бейей ҙә, фортепианола ла уйнай. Һеңлеһе лә унан ҡалышмай. Ҡыҙҙарҙың сәстәре һәр ваҡыт матур итеп үрелгән була.

Икенсе еңеүсебеҙҙе үҙебеҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, һайланыҡ. Беҙгә айырыуса Мәсетле районы Йыланыш ауылынан Айгүзәл АБДРАХМАНОВАның сәстәре оҡшаны. Күҙ яуын алырлыҡ толомдар! Үҙе һөйләүенсә, ҡыҙ ҡалын сәстәре менән бик ғорурлана, гел тәрбиәләп йөрөтә. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең III синыфында ”бишле” билдәләренә генә өлгәшә, бейергә ярата икән. Матур сәстәре уға бик килешә!

Был һылыуҡайҙарға бүләкте Фидалиә ХӘЙРЕТДИНОВА әҙерләне. Сәс өсөн сифатлы һәм сағыу резинкалар йыйылмаһы ҡыҙҙарға бик кәрәгер! Уларҙы “Камилла” бренды менән яһап һатыусы оҫтабикә еңеүселәребеҙгә тауарын бүләк итергә ихлас ризалашты. “Үҙем дә бәләкәй саҡта сәсемде үҫтерҙем бит, шулай уҡ ныҡ оҙон була торғайны”, – тип хәтерләп алды ул. Фидалиә Наил ҡыҙы һәм уның шөғөлө хаҡында сайтыбыҙҙа һуңыраҡ тулыраҡ уҡый алырһығыҙ.

Йәнә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Лилиә ИШЕМҒОЛОВАны билдәләмәй булдыра алманыҡ. Оҫта итеп үреп ҡуйылған сәстәр төшөрөлгән фотоға күптәр лайк ҡуйҙы, ҡыҙға еңеү теләне. “Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем алам. Буш ваҡытта бейеүгә йөрөйөм, сәйләндән матур балдаҡтар, муйынсаҡтар эшләйем, бәйләнәм – ғөмүмән, ҡул эшен яратам. Илһам килһә, шиғырҙар яҙам. Бер нисә йыл элек сәстәремде ҡырҡып һаттым – кәрәккән кешегә файҙалы булғандыр, тип өмөтләнәм. Шул саҡтан алып тағы үҫтеләр”, – ти Лилиә. Бигерәк матур! Редакциянан милли түшелдерек рәүешендә эшләнгән брошь уға тапшырыла.

Үҙе – 141 сантиметр, ә сәсенең оҙонлоғо 101 сантиметр булған Рания ФАЗЛЕТДИНОВА ла һоҡландырҙы. Баш ҡаланың 108-се мәктәбенең үҙе уҡыған VI “Б” синыфында староста ул, яҡшы өлгәшә лә. Эпоксид ыҫмалаһы һәм сәйләндән әйберҙәр яһау менән мауыға. Ә Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбенең VII синыфында белем алған Алтынай АЛТЫНБАЕВА бына нимә тип яҙған: “Толомдарымды тәбиғи шампунь һәм үләндәр менән йыуам. Иң оҙон толомға эйә булғым килә”. Был ҡыҙҙарға автографлы китаптар бүләк итәбеҙ.

Еңеүсе оҙонсәстәрҙе тағы ла редакцияның Почёт грамоталары һәм календарҙары көтә. Ә фотолары гәзитебеҙ битен биҙәр. Ҡотлайбыҙ!

 

Сәскәйҙәрең толом-толом...
Сәскәйҙәрең толом-толом...
Сәскәйҙәрең толом-толом...
Сәскәйҙәрең толом-толом...
Сәскәйҙәрең толом-толом...
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас