Интеллектуаль бәйге һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан данын сәнғәт буйынса Нефтекаманың 1-се лицейының XI синыф уҡыусыһы Сулпан Мостафина яҡлаясаҡ. “Донъя сәнғәт мәҙәниәте фәненән һуңғы этапҡа үтеү – минең өсөн ҙур мөмкинлек. Бөтә белемемде максималь балл йыйыу өсөн ҡулланырға иҫәп тотам. Олимпиада ярҙамында имтихандарһыҙ уҡырға инергә мөмкин”, – ти ҡыҙ.
Мәскәү лингвистик дәүләт университетында үтәсәк француз теле буйынса финалға Октябрьский ҡалаһының 8-се мәктәбенән Сенкам Йимга Ромео һәм Өфөнөң 91-се гимназияһынан Екатерина Аверцева саҡырылған.
Физиканан иң аҡыллылары Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейынан Әмир Иҙиәтуллин, Урал Аҙнабаев, Кәрим Бурнашев, 83-сө инженер лицейынан Алексей Позианос, Роман Самсонов, 93-сө физика-математика лицейынан Тәлғәт Уразбахтин, Тимур Нураев һәм Андрей Алькин икән. Улар Краснодар өлкәһенә финалға бара.
Яңы Уренгой 24 – 30 мартта тарих буйынса олимпиада еңеүселәрен ҡабул итә. Унда Өфөнөң 18-се мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы Арыҫлан Йәмәлиев ҡатнашасаҡ. “Бөтә Рәсәй этабында иң яҡшы уҡыусылар йыйыласағын беләм. Еңһәм, имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Ниндәй юғары уҡыу йортон һайлау һөҙөмтәмә бәйле”, – ти егет.
Испан теле буйынса һуңғы этап Мәскәүҙә 25 – 29 мартта үтәсәк. Уға Өфөнөң 69-сы мәғариф үҙәге уҡыусыһы Надежда Тюфякова саҡырылған.
Татарстан иҡтисад һәм информатика буйынса финалсыларҙы ҡабул итә. Иҡтисадтан – Мәләүез районының 3-сө гимназияһынан Гөлнәзирә Теләүғолова, информатиканан Өфө егеттәре Ғәлим Фазлетдинов, Шамил Ғәбитов, Карам Сөләймәнов һәм Салауат ҡалаһынан Илья Глазков ҡатнашасаҡ.
Мәскәүҙә астрономиянан Кәрим Бурнашев, Әмир Иҙиәтуллин һәм Эмиль Тимербаев сығыш яһай.
Саранскиҙа үтәсәк химия буйынса олимпиада финалына республиканың 9 уҡыусыһы саҡырылған: Өфөнән Ильяс Ҡазыханов, Артур Мөфтөйев, Фаил Мәҡсүтов, Вадим Харисов, Ильяс Моталов, Нефтекаманан Денис Филиппов, Әмин Ҡасимов, Стәрлетамаҡтан Динис Ғизәтуллин һәм Дүртөйлөнән Глеб Фарафонов.
Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъяла иң ҙур интеллектуаль ярыш һанала. Йыл һайын унда миллионлаған уҡыусы ҡатнаша. Олимпиада дүрт этаптан тора. Финалда еңеүселәр һәм призёрҙар Рәсәй Федерацияһының дәүләт вуздарына олимпиада профиле буйынса һынауһыҙ уҡырға инә ала. Льгота дүрт йыл дауамында һаҡлана.