+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
14 Март 2024, 10:49

Афарин, Сибай ҡыҙҙары!

Сибай ҡалаһы "Әкиәт" балалар баҡсаһынан матур хәбәр һәм фотолар килеп төштө.

Афарин, Сибай ҡыҙҙары!Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Афарин, Сибай ҡыҙҙары!

"Һаумыһығыҙ! Ҙур рәхмәт! Грамота, бүләктәрҙе алып сикһеҙ шатландыҡ!" - тип яҙған тәрбиәсе Гүзәлиә Дәүләтбирҙина. "Йәншишмә" гәзите төркөмөндә ойошторған "Яратам мин телемде" тигән видеоконкурсыбыҙҙа ҡатнашып, кескәйҙәр араһында еңеүсе булғайны уның тәрбиәләнеүселәре. 

 "Ынйыҡай" төркөмөнән Милә ҒӘЛФӘҮРОВА, Әҙилә ХОҘАЙҒОЛОВА, Наилә ДИЛМӨХӘМӘТОВА, Ынйыгөл ӘБДЕЛҒАЗИНАларҙың сығышы бик матур килеп сыҡҡан. Үҙҙәре лә шәп һөйләй, кейемдәре лә, фон да тура килеп тора. Талантлы шағирә Зөлфиә Ханнанованың "Башҡорт ҡыҙы" шиғырын һөйләне улар. Афарин, сибайҙар! Һеҙҙең өсөн бик шатбыҙ. Киләсәктә лә еңеүҙәрегеҙ күп булһын!

Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Афарин, Сибай ҡыҙҙары!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас