+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Март , 15:50

250-ләп бала ҡатнашҡан

Силәбелә Юрий Гагарин исемендәге кубокка олимпиаданың һуңғы этабы үтте.

250-ләп бала ҡатнашҡан
250-ләп бала ҡатнашҡан

Унда бөтә өлкәнән 250-нән ашыу бала ҡатнашты. Олимпиаданы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамында алдынғы техник вуздарыбыҙ ойошторҙо. Бәйге һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Ул артабан юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә әҙерлек тә булып тора.

Олимпиада Башҡортостанда 2011 йылдан алып математика, физика, информатика, урыҫ теле, әҙәбиәт, тирә-яҡ донъяны өйрәнеү, биология, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география, инглиз теле, физик культура, музыка һәм башҡорт теле предметтары буйынса үткәрелә.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов билдәләүенсә, балалар үҙҙәренең белемен күрһәтә, тәжрибә туплай, наградалар ала. Әйткәндәй, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 14 майҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында үтәсәк.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: