Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы ҡыҙы әле Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында ситтән тороп уҡый. Колледжда алған һөнәре буйынса эшләп тә йөрөй икән. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, уҡытыусы буласаҡ.
“Буш ваҡытта бейеүгә йөрөйөм, сәйләндән матур балдаҡтар, муйынсаҡтар эшләйем, бәйләйем – ғөмүмән, ҡул эшен яратам”, – тип яҙғайны беҙгә Лилиә. Үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәрен әхирәттәре-таныштары һатып та ала. Шиғырҙар ҙа ижад итә ҡыҙ. Бар яҡтан килгән!
Лилиә бүләктәренә шат булды. Артабан да ижади бәйләнештә торайыҡ!