+3 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Март , 12:00

"Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем, әгәр тыуһам башҡа ерҙәрҙә"

Йыл һайын Дүртөйлө районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең яҡты иҫтәлегенә арналған ижади саралар уҙа. Быйыл да Башҡортос­тан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы «Халыҡ шағиры» конкурсын ойошторҙо.

"Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем, әгәр тыуһам башҡа ерҙәрҙә"
"Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем, әгәр тыуһам башҡа ерҙәрҙә"

V – XI синыф уҡыусылары – «Әҙәби ижад», «Назар Нәжми әҫәрҙәрен яттан һөйләү», «Ғилми-тикшеренеү эштәре», «Назар Нәжми һүҙҙәренә йыр­ҙар», ә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары «Иң яҡшы методик эшләнмә» номинацияларында һынау тотто. Конкурстың беренсе этабында 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм педагог ҡатнашып, Асҡын, Баймаҡ, Дүртөйлө, Илеш, Учалы райондары, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре яҡшы һөҙөмтәләр күр­һәтте.

Йомғаҡлау этабы Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында үтте. «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» бәйгеһенең «Иң яҡшы милли мәктәп» номина­цияһында еңеүсе был белем уса­ғында халыҡ шағирының рухи мираҫын һаҡлау буйынса күп эш баш­ҡарылғаны күренеп тора. Ишектән ингәндә үк милли кейемдәге уҡыу­сыларҙың ихлас сәләмләп ҡаршы алыуы, оҙатып йөрөүе, ҡунаҡтарға булған ихтирам күңелдәрҙе тағы ла күтәрҙе. Тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы бай экспонаттар, әҙиптәргә арналған материалдар, Назар Нәжмигә бағышланған мөйөш, мәктәп коридорындағы тирмә, диуарҙарға яҙылған шиғырҙар – һәр береһе күңелдә рух һәм ижад хистәре уята.
Бәйге «Шағир асҡан ҡапҡалар» әҙәби-музыкаль кисәһе менән башланып китте. Гимназия директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова, урынбаҫары Зөһрә Фә­үәҙис ҡыҙы Әхмәтова, башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы Камалова ойошторған сара берсә бала саҡ, йәшлек йылдарына алып ҡайтты, берсә һуғышта вафат булған олатайҙар­ҙы хәтерләтте, шағирҙың фажиғәле лә, бәхетле лә мәлдәрен тулы­һынса күҙ алдына баҫтырҙы. Ә төрлө милләт балаларының ҙур тырышлыҡ менән ихлас итеп Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләүе, уның ижады буйынса ролдәр башҡарыуы, йырлауы тәрән тойғолар уятты.
Артабан бәйгенең иң көсөргәнешле мәле етте: төрлө кабинеттарға таралып, һәр кем үҙ номинацияһы буйынса сығыш яһаны. Уларҙы яҙыусы, драматург, мәҙәниәт эшмәкәре Мөҙәрис Ғәйнел­ғилем улы Мөсифуллин, район мә­ғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге етәксеһе Илмира Мир­ғәсим ҡыҙы Фәтхетдинова һәм абруйлы педагогтар баһаланы.
Бер уҡыусы ла иғтибарһыҙ ҡал­маны – еңеүселәрҙән тыш, төрлө номинацияла иң-иңдәр билдәләнде, уларға грамоталар тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында гимназиябыҙҙан VIII синыф уҡыу­сыһы Алһыу Кайбышева менән X синыф уҡыусыһы Алик Ғәлиуллин да булыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс булды. Һәр кем был саранан дәрт, илһам, киләсәккә ижади дарман алып ҡайтҡандыр, тип ышанам. Бәйгене юғары кимәлдә ойоштороусыларға рәхмәт.

Альбина КАЙБЫШЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: