+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
28 Март 2024, 08:04

Бер ҙә өшөмәнеләр

“Зарница” хәрби-спорт уйыны – уҡыусыларҙы патриотик юҫыҡта тәрбиәләү сараларының береһе. Бынан тыш, был ҡыҙыҡлы бәйге башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләре менән дә таныштыра.

Бер ҙә өшөмәнеләрБер ҙә өшөмәнеләр
Бер ҙә өшөмәнеләр

Учалы районы Мәҫкәү ауылында “Зарница” ойошторолдо. Унда I – IX синыф уҡыусылары ярышты. Балалар уйындың төрлө этаптарында үҙҙәренең белемен һәм оҫталығын күрһәтте. Командаларға бирелгән маршрут ҡағыҙында станцияларҙы үтеү шарттары яҙылғайны. Һәр береһендә судьялар мәрәйҙәрҙе яҙып торҙо.

Уҡытыусы Булат Наил улы Бүләков ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла һынауҙар әҙерләгәйне. Оҫталыҡ, тиҙлек, ҡыйыулыҡ һәм, әлбиттә, татыулыҡ балаларға һәм үҫмерҙәргә бөтә станцияларҙы уңышлы үтергә ярҙам итте. Хатта өшөмәнеләр ҙә, саф һауала рәхәтләнеп ярыштылар.

 

Бер ҙә өшөмәнеләр
Бер ҙә өшөмәнеләр
Бер ҙә өшөмәнеләр
Бер ҙә өшөмәнеләр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас