+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Март , 22:40

Иң шәп уҡытыусылар ҡайҙан?

28 мартта Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2024" һәм "Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024" конкурстары лауреаттары һәм еңеүселәре бүләкләнде. 

Иң шәп уҡытыусылар ҡайҙан?
Иң шәп уҡытыусылар ҡайҙан?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри бәйгелә 55 педагог ҡатнашып, бишеһе финалға сыҡты һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Улар – Нефтекамалағы 7-се мәктәптән Эльза Сәғит ҡыҙы Ғилманова, 2-се "СМАРТ"  республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһынан Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы Ғирфанова, Благовещен ҡалаһындағы М.А.Киняшов исемендәге 6-сы мәктәптән Гөлнара Фридрих ҡыҙы Дәүләтбаева, Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбенән Азалия Варис ҡыҙы Ибраһимова, Финанс университетының Өфө филиалы колледжынан Зарина Урал ҡыҙы Нәзирова. Абсолют еңеүсе – Азалия Ибраһимова. Ҡотлайбыҙ!

"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2024" конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен иһә Өфөләге Н.И.Кузнецов исемендәге 105-се гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Наумов яуланы. Еңеүселәр Рәсәй кимәлендәге конкурста Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Иң шәп уҡытыусылар ҡайҙан?
Иң шәп уҡытыусылар ҡайҙан?
Иң шәп уҡытыусылар ҡайҙан?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: