+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Апрель , 15:27

Иғтибар: әҙәби конкурс!

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы “Аҡбуҙат” журналы менән берлектә Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр конкурсы иғлан итә.

Иғтибар: әҙәби конкурс!
Иғтибар: әҙәби конкурс!

Бәйгенең маҡсаты – балалар әҙәбиәтен үҫтереү, туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм һаҡлауға өлөш индереү, яңы һәләттәр асыу, балалар өсөн ижадҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның хәтерен мәңгеләштереү.

Ижади эштәр башҡорт һәм татар телдәрендә ҡабул ителә. Ике номинация ҡаралған: “Шиғриәт” (шиғырҙар) һәм “Проза” (хикәйәләр, әкиәттәр, повестар). Йәш сикләүе юҡ.

– Балалар әҙәбиәтенә айырым иғтибар талап ителә, – ти Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн сифатлы әҫәрҙәр етешмәй. Факиһа Туғыҙбаева балалар әҙәбиәтен үҫтереү өсөн күп көс түкте, “Аҡбуҙат” журналына нигеҙ һалыусы ла ул. Киләһе йыл шағирәнең тыуыуына 75 йыл тула. Балалар баҫмаһының хәҙерге баш мөхәррире Лариса Абдуллина менән кәңәшләшкәндән һуң, тап 2 апрелдә, Халыҡ-ара балалар китабы көнөндә, ошондай конкурс иғлан итергә ҡарар иттек.

Әҫәр темалары ирекле. Эштәрҙе ҡабул итеү 2024 йылдың 10 апрелендә башлана. Йомғаҡ ноябрҙә яһаласаҡ. Һәр номинацияла тәүге өс урын алған ҡатнашыусылар диплом һәм аҡсалата призға лайыҡ буласаҡ. Бынан тыш, һәр номинацияла махсус приз ҡаралған. Бүләк фонды 200 мең һум тәшкил итә.

Эштәрҙе “Аҡбуҙат” журналының электрон адресына ебәрергә кәрәк: [email protected]. “Балалар әҙәбиәте конкурсына” тип яҙырға онтмағыҙ. Авторҙың исем-фамилияһы, йәше, адресы, бәйләнеш телефоны күрһәтелеүе мотлаҡ. Сифатлы портрет фотоһы ла кәрәк була. Элек киң мәғлүмәт сараларында баҫылмаған һәм конкурстарҙа ҡатнашмаған эштәр генә ҡатнаша ала.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт “Аҡбуҙат” журналының сайтында бирелгән. Бәйләнеш телефоны— +7 927 334 32 35.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: