+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
5 Апрель , 11:45

Бәйгеләрҙә һынатмайбыҙ

Беҙҙең гимназиябыҙ районда, республикала уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Күрше Күмертау ҡа­лаһы, Мәләүез районы ойоштор­ған бәйгеләрҙә лә һынатмайбыҙ.

Бәйгеләрҙә һынатмайбыҙ
Бәйгеләрҙә һынатмайбыҙ

Яңыраҡ Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы үткәргән «Арыҫланов уҡыуҙары»нда ҡатнашып та призлы урын яуланыҡ. IX уҡыусы­һы Айгизә Әлмөхәмәтова үҙенең эшендә яҡташ скульпторыбыҙ Өлфәт Ҡобағошов ижадын яҡтыртты. Ә мин үҙебеҙҙең Исмә­ғилевтәр шәжәрәһе менән таныштырҙым.
Бындай осрашыуҙар бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле. Сөнки беҙ сығыш яһарға, фәнни эшебеҙҙе яҡларға, көтөлмәгән һорауҙарға тиҙ генә яуап табырға өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең иғтибарҙы төрлө мауыҡтырғыс күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре лә йәлеп итә.
Ошондай бәхетле мәлдәр бүләк иткәндәре өсөн гимназия коллективына һәм уҡытыусыларыбыҙ Гөлназ Флүр ҡыҙы Әҙеһәмова менән Оксана Викторовна Исмәғилеваға бик рәхмәтлебеҙ.


Зәминә ИСМӘҒИЛЕВА, V cиныф уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: