+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
5 Апрель , 14:00

Сыңғыҙ икенсе урын алып һөйөнгән

Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында республика кимәлендә XI тапҡыр Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижадына арналған ижади проекттар конкурсы уҙҙы.

Сыңғыҙ икенсе урын алып һөйөнгән
Сыңғыҙ икенсе урын алып һөйөнгән

Быйылғы бәйге Ғаилә йылына һәм Өфөнөң 450 йыллығына арналып үткәрелде. Конкурс дүрт йүнәлештә бар­ҙы. «Ғаиләм – ҡәлғәм», «Атайым васыяты», «Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен йәнләндергән сәхнә» тигәндәре офлайн форматында булһа, «Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем» тип аталған Зәйнәб Биишева шиғырҙарына яҙылған йырҙар бәйгеһе онлайн рәүешендә ине. Тәүге өс йүнәлештә уҡыусылар башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә сығыш яһаны.
Уларҙың эштәрен билдәле фән эшмәкәрҙәре, артистар һәм режиссёрҙар баһаланы.
– Был бәйгелә беҙҙең Баймаҡ районы Түбә мәктәбе уҡыусылары ла йыл да тиерлек ҙур теләк менән ҡатнаша. Быйыл IX cиныф уҡыусыһы Сыңғыҙ Үтәбаев II урын яуланы.
Ойоштороусылар ныҡ тырышҡан. Гимназия килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Улар өсөн тәрән йөкмәткеле, рухлы ойоштороу программаһы әҙерләнгәйне. Ә бәйгегә килгән уҡыусылар сәмләнеп ярышты. Һәр сығышҡа ғәҙел баһа ҡуйылып, уларға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бәйгене ойоштороусыларға, айырыуса гимназия директоры Фәнил Нил улы Бүләковҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилә Әҙеһәм ҡыҙы Исхаҡова.
Ҡотлайбыҙ! Алда тағы ла ҙурыраҡ уңыштар юлдаш булһын!


Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: