+3 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
10 Апрель , 19:00

Лилианабыҙ – лауреат

Өфө ҡалаһында «Биҙәк» республика балалар милли мәҙәниәте фестивале ойошторолдо. Кон­курстың төп маҡсаты милли йолаларҙы һаҡлау, үҫтереү, беҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының мәҙәни мираҫын нығытыу һәм һәләтле балаларҙы асыҡлау ине.

Лилианабыҙ – лауреат
Лилианабыҙ – лауреат

Республиканың 18 районы һәм 5 ҡалаһынан килгән йәш бәйгеселәр «Проза әҫәрен яттан һөйләү», «Халыҡ вокалы», «Халыҡ бейеүҙәре» номинациялары буйынса көс һынашты.
Һынауҙы яҡшы үтеп, тәрбиәләнеүсебеҙ Лилиана Ильясова лауреат исемен яуланы. Уны ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА, «Йәйғор» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: