+1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Апрель , 15:00

Әкиәт илендә

Силәбе өлкәһенең 2-се Арғаяш мәктәбендә Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған “Әкиәт илендә” ижад байрамына йомғаҡ яһалды.

Әкиәт илендә
Әкиәт илендә

Байрам кисәһен туған тел уҡытыусыһы Әлиә Һунаршина алып барҙы. Мәктәп уҡыусылары матур тамаша күрһәтте, Салауат Юлаевтың шиғырҙарын да уҡынылар. Яҙыусы, ғалим Рәшит Хәкимов менән Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин “Салауат батыр – халыҡ хәтерендә” тигән темаға сығыш яһаны.

Туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Зимфера Шафранская матур йолаға әйләнгән әкиәт конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәргә Почёт грамоталары һәм бүләктәр тапшырҙы.

 

КИНЙӘ.

Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Әкиәт илендә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: