+1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Апрель , 14:01

Ҡотлайбыҙ!

10 апрелдә химия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы тамамланды. Ул Николай Огарёв исемендәге Мордва дәүләт милли тикшеренеү университетында үтте.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ярыш йомғаҡтары буйынса Республика инженер лицей-интернатында уҡыған Вадим Харисов XI синыфтар араһында абсолют еңеүсе тип танылды.

IX синыф параллелендә призёрҙар – шул уҡ лицейҙан Ильяс Ҡазыханов менән Артур Мөфтиев, Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейынан Денис Филиппов.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатында уҡыған Динис Ғизәтуллин – унынсылар, Дүртөйлө районының 3-сө гимназияһынан Глеб Фарафонов ун беренселәр араһында призёр булды.

Вадим Харисов апрелдә Ҡытайҙың Шэньчжэнь ҡалаһында үтәсәк 58-се халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһына барасаҡ Рәсәй йыйылма командаһы һәм 56-сы халыҡ-ара химия олимпиадаһында ҡатнашыусылар составына инә.

Шулай уҡ 10 апрелдә Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында экология буйынса олимпиада ябылды. Уның призёрҙары: София Салангина, 93-сө физика-математика лицейының IX синыф уҡыусыһы; Елизавета Иванова, Октябрьский ҡалаһындағы 12-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы; София Абдуллина, Өфө ҡалаһындағы 123-сө лицейҙың XI синыф уҡыусыһы. Елизаветаның эше “Үҙенсәлекле экологик проект” номинацияһында ла махсус приз менән билдәләнде.

 

 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: