+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Апрель , 12:30

Йыр-моңға һәләтле балалар Өфөлә бәйгегә сыға

13 апрелдә Өфөлә «Торатау» конгресс-холында «Апрель» республика балалар йыр конкурсы үтә. Гала-концерт көндөҙгө 3-тә башлана.

Йыр-моңға һәләтле балалар Өфөлә бәйгегә сыға
Йыр-моңға һәләтле балалар Өфөлә бәйгегә сыға

Финалда республиканың төрлө төбәгенән 50-нән ашыу йырсы ҡыҙ һәм малай ҡатнаша, улар араһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар ҙа бар.

Бәйгенең маҡсаты – вокал сәнғәте өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү. Ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.

Тулыраҡ мәғлүмәт – «Апрель» балалар вокал сәнғәте конкурсының рәсми төркөмөндә.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: