+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Апрель , 14:38

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

14 марттан алып бер ай дауамында барған «Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң» фотоконкурсына йомғаҡ яһар мәл етте. Оҫта ҡуллы уҡыусыларыбыҙҙан ике тиҫтәләп хат килде. Сыйырсыҡ ояларының һәр береһе үҙенсәлекле һәм матур. Әҙер таҡтанан ғына түгел, ҡайын туҙынан, ҡәләмдәрҙән йәбештереп яһалғандары ла бар. Һырлап эшләнгән һәм буялғандары бигерәк күҙ яуын ала.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Бәйгенең шарты буйынса еңеүселәр тауыш биреү юлы менән һайланды. Тәтешле районынан ағалы-ҡустылы Әмир менән Эмиль Хәтмуллиндар өсөн 63 дуҫыбыҙ тауыш биргән. Малайҙар Үрге Тәтешле ауылындағы Ғәли Соҡорой исемендәге 1-се мәктәптә белем ала. Бына нимә тип яҙып ебәргән улар: «Сыйырсыҡ ояларын атайыбыҙ менән бергә эшләнек. Бының өсөн йүкәнән таҡталар кәрәк булды. Уларҙы ағас эшкәртә торған станок аша сығарҙыҡ һәм бер-береһенә беркетеп ҡуйҙыҡ. Биҙәктәрҙе фреза ярҙамында төшөрҙөк. Ояларҙың алғы яғына сыйырсыҡтар өсөн ишек – диаметры биш сантиметр булған түңәрәк тиштек. Ҡоштарға беҙҙең оялар оҡшар, тип уйлайбыҙ». Шулай итеп, Әмир менән Эмиль – еңеүсе!
Баймаҡ ҡалаһынан Риналия Хачина менән Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан Айзилә Сафиуллина теүәл 47-шәр тауыш йыйҙы һәм II урынға сыҡты. Ә өсөнсөлә – Өфөнән Айгиз Ардаширов. Ҡотлайбыҙ! Уларға бүләктәребеҙ әҙер.
Үҙебеҙ ҙә бер нисә еңеүсене билдәләнек. Бөрйән районы Байназар ауылынан Радмила Нуриева, Өфөнән Батыр Һибәтуллин һәм Стәрлетамаҡ районы Мариинский ауылынан Юлиә Аҡсулпанованы матур эштәре өсөн гәзитебеҙҙең махсус приздары көтә. Бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәт, уларға Почёт грамоталары ебәреләсәк.
Дуҫтар, алда бәйгеләребеҙ күп. Һәр береһендә әүҙем ҡатнашып тороғоҙ!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: