+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Апрель , 21:00

Ижади ҡарашлылар йыйылды

Өфө мәктәптәре араһында барған “iДЕЯ” медиа-хакатонының икенсе этабы тамамланды. Хакатон, ябай итеп әйткәндә, ярыш була. Ул баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналып үткәрелә.

Ижади ҡарашлылар йыйылды
Ижади ҡарашлылар йыйылды

Проект авторы Валерий Минлин әйтеүенсә, ул бәйгене йәштәр араһында былтыр Бөрйән районында үткән форумда отҡан гранты иҫәбенә ойошторған. Беренсе этап декабрь айында уҙған, уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелгән һәм өйгә эш бирелгән. Балалар ошо көнгәсә әҙерләнеп, икенсе этапта уларҙы күрһәтте. Квест-уйын рәүешендә эшләнгән ярыш 6 өлөштән торҙо: “Ҡара йәшник”, “Журналистика”, “Дизайн”, “Фотография”, “Мобиль фотография” һәм “Видео”. Һәр этапта командалар мәрәйҙәр йыйҙы.

– Ғаризалар башта күп ине. Барыһы ла, әлбиттә, икенсе этапҡа үтә алманы. Бөгөн бында, 115-се мәктәптә, 15-ләп белем усағы ҡатнаша, һәр командала – 6 кеше, – тине Валерий Гаврилович. – Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.

Һөҙөмтәләр май айында билдәле буласаҡ.

 

Ижади ҡарашлылар йыйылды
Ижади ҡарашлылар йыйылды
Ижади ҡарашлылар йыйылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: