+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Апрель , 22:23

Иң шәп математиктар ҡайҙан?

Өфөлә Математика фестивале тамамланды. Ул баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында октябрҙән бирле барҙы. Бөгөн, ниһайәт, иң яҡшы командалар билдәләнде һәм бүләкләнде.

Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?

Ойоштороусы ижади үҙәк – “Сикләнмәгән белем” (“Образование без границ”) етәксеһе Лилиә Миңлеғаян ҡыҙы Мусина әйтеүенсә, тәүге – дистацион этапта 5 меңләп уҡыусы ҡатнашҡан. Һуңынан үткәрелгән йәнә 4 этаптан һуң математиканы иң яҡшы белеүселәр генә ҡалған. Әйткәндәй, ярты йыл буйы эштәрҙе ирекмәндәр – 93-сө, 153-сө, 96-сы мәктәп һәм 3-сө гимназия уҡыусылары тикшергән.

Владимир Комаров исемендәге балалар ижады һарайына йыйылыусылар ныҡ тулҡынлана ине. Шулай итеп, IV синыфтар араһында призлы урындарҙы 93-сө мәктәп, Олипиада математикаһы үҙәге һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы командалары бүлеште. V синыф уҡыусыларынан Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназия вәкилдәре иң-иңе булһа, икенсе урында – 18-се мәктәп, өсөнсөлә – “Сикләнмәгән белем” ижади үҙәге. VI синыф уҡыусылары араһында шул уҡ үҙәк тәүге урынды яулауға өлгәште. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – 16-сы гимназия менән 45-се мәктәп. VII синыфтарҙан йыйылған командалар өсөн бәйге бигерәк ҡыҙыу барған – тәүге урынға ике белем усағы сыҡты: 161-се лицей менән “Сикләнмәгән белем” ижади үҙәге. Икенсе урын береһенә лә бирелмәне, өсөнсөлә – 123-сө лицей.

Еңеүсе командаларға бағымсыларҙан бүләктәр, грамоталар тапшырылды. Кескәй концерт та ҡарап һөйөндө уҡыусылар.

Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Иң шәп математиктар ҡайҙан?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: