Улар килеүселәрҙе ҡолас йәйеп ҡаршы ала, ҡунаҡта туғандары менән таныштыра. Мул өҫтәлдәр бындай осрашыуҙарҙың төп биҙәге булып тора. Хужа һәр саҡ башҡорттоң милли ризыҡтарын тәмләтергә тырыша.
Киң урамдары аша үтеп, йүкәләрҙең, сәскәләрҙең матурлығына хайран ҡалып, үҙемдең иң яратҡан урыныма юл тотам. Ул – Салауат Юлаев һәйкәле. Батыр үҙенең ҡорос атында мине һаҡлаған кеүек. Башҡортостандың бөйөк улын күргән һайын күңелемдә ғорурлыҡ хисе тыуа. Ә һәйкәл янынан асылған пейзаж һуң! Иҫ китмәле... Ҡала минең бәләкәй генә ҡулымда һымаҡ.
Ҡулдарымды иркен йәйеп, саф һауаларҙы һулап, тирә-яғымдың нәфислегенә иҫем китеп ҡарайым. Күңелемдә иң яҡшы хистәр тыуа. Их, Өфө ҡалаһының матурлығы!
Әминә ИРҒӘЛИНА, I синыф уҡыусыһы.
Мәләүез ҡалаһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы.