Ҡалала иң оҡшаған урыным – Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор һөжүм ваҡытында һүрәтләнгән. Һоҡланып, ғорурланып ҡарап тораһың. Һәйкәлдә шулай уҡ данлыҡлы дивизияның Өфөнән Берлинғаса хәрби юлы, Шайморатовтың бала сағы, башҡорт халҡының тарихы, Урал батыр, Салауат Юлаев, ҡурай, тирмә сағылыш тапҡан.
Йәйгеһен бында халыҡ туп-тулы. Төрлө яҡтарҙан киләләр.
Һәйкәл янында фонтан урғылғанын ҡарарға яратам. Эҫе көндәрҙә был ғәҙәти булмаған ағым аҫтында йөрөгән ҡыҙҙар, малайҙар күп. Мин дә шунда дуҫтарым менән уйнап рәхәтләнәм. Ә генерал Шайморатов беҙҙе күҙәтеп, һаҡлап торған һымаҡ.
Өфөнөң иҫтәлекле урындары һанап бөткөһөҙ. Ә мин Шайморатов һәйкәле янында булырға яратам.
Самира ДАШКИНА, II синыф уҡыусыһы.
Мәләүез ҡалаһы, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы.