Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурс өс йүнәлештә бара.
Беренсеһе «Тау башында балҡый бер ҡала» тип исемләнеп, унда Өфө хаҡында яҙылған шиғырҙар бәйгеһе уҙа.
Икенсеһе «Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?» тип атала. Был бәйгелә уҡыусылар иң яҡшы мәҡәләләр, иншалар, эсселар менән ҡатнаша ала.
Өсөнсөһөндә, «Өфөлә мин яратҡан урын» конкурсында, оҫта һүрәт төшөрөүселәрҙе, йәш рәссамдарҙы ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Бәйгеләргә Өфөнөң юбилейы алдынан йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, Өфө хаҡында китаптар, редакцияның Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ. Бағыусылар табылһа, бәлки, конкурс материалдарын айырым китап итеп сығарырға ла мөмкинлек булыр. Баш ҡалабыҙҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Һеҙҙән илһамлы ижад өлгөләре көтөп ҡалабыҙ.