+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
21 Май 2024, 06:34

Ҡатнашып өлгөрәйек!

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм балалар араһында “Минең өҫтәл китабым” конкурсын уҙғара. Бөгөн киске 9-ға тиклем эшегеҙҙе ебәреп өлгөрәһегеҙ әле! Комментарий ғына яҙырға кәрәк! 

Ҡатнашып өлгөрәйек!Ҡатнашып өлгөрәйек!
Ҡатнашып өлгөрәйек!

Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусы үҙенең яратҡан китабын тотоп фотоға төшөп, ни өсөн нәҡ ул өҫтәл китабы икәнен иҫбатлаусы комментарий яҙып, мәғлүмәтте ошо иғлан аҫтына беркетергә тейеш: https://vk.com/wall-156150050_32072.
Конкурс материалдары 21 май 21.00 сәғәткә тиклем ҡатнашыусының тулы исем-шәрифтәрен, эшләгән йә уҡыған урынын атап, беркетелгән комментарий рәүешендә ҡабул ителә. Еңеүсе 22 май көндө билдәле буласаҡ.
“Тамашасы һөйөүе” номинацияһы еңеүсеһен 22 – 24 майҙа бергәләп билдәләйәсәктәр.
Еңеүселәрҙе “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Почет грамотаһы һәм бүләк көтә. Һәр ҡатнашыусыға исемле сертификат биреү мөмкинлеге ҡаралған.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас