+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
21 Май 2024, 11:10

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ

Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXIII Республика Ҡурай байрамы үтте.

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙҺеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ

Был күркәм сараның программаһына ҡурайсылар бәйгеһе, байрамда ҡатнашыусылар өсөн ижад лабораторияһы, Ҡурайсылар аллеяһына ағас ултыртыу, гала-концерт индерелгән ине.

Байрам сиктәрендә үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһендә уҡыусыларыбыҙ уңышлы сығыш яһаны. Илһам Юлгилдин II дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булһа, Аҡназар Ҡоҙашев менән Рушан Юлгилдин (етәкселәре – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғолов) дипломанттар булып танылды.

Элекке уҡыусыларыбыҙ Илгиз Нәҙерғолов менән Әғләм Юлгилдин да II дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ булды.

Афарин! Һеҙҙе еңеүҙәрегеҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.

 

Мәҙинә Нәҙерғолова, уҡытыусы.

Йылайыр районы, Ҡашҡар мәктәбе.

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас