+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
21 Май 2024, 10:31

Роликтарҙа иң шәптәре

Бөгөн спидскейтинг буйынса ярыштар үтте. Республика туризм үҙәгендәге “Беҙ – роллерҙар” берекмәһенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәре Әмир Дауытов, Саша Макарова, Артём Вәлиуллин, Маша Юферова, Амалия Аджиниязова ла башҡа ҡатнашыусылар менән бер рәттән ярышты.

Роликтарҙа иң шәптәреРоликтарҙа иң шәптәре
Роликтарҙа иң шәптәре

Әмир менән Саша бындай ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашты. Тәрбиәләнеүселәрҙең һөҙөмтәләре бик шатлыҡлы: 100 метрлыҡ арала Маша 1-се урын, Артём 2-се урынға лайыҡ булды. Амалия – шулай уҡ 2-се урында, ә Саша – 4-селә.

Артабан да, балалар, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.

 

Римма БАЙМЫРҘИНА.

Өфө ҡалаһы.

Роликтарҙа иң шәптәре
Роликтарҙа иң шәптәре
Роликтарҙа иң шәптәре
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас