+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
23 Май 2024, 15:00

Абҙаҡ һылыуҡайҙары

«Оҙонсәс» фотоконкурсында ҡатнашҡан һылыу­ҡайҙар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Учалы районы Абҙаҡ мәктәбенең III синыфында белем алыусы ҡыҙҙар ҙа бәйгегә әүҙем ҡушылғайны. Уҡытыусылары Сара Йосопова һәр береһенән үҙҙәре хаҡында яҙҙыртып алған да редакцияға ебәргән.

Абҙаҡ һылыуҡайҙарыАбҙаҡ һылыуҡайҙары
Абҙаҡ һылыуҡайҙары

Сәсемде бәләкәй саҡтан үҫтерәм, 4 – 5 йәшемдә үҙем үрергә өйрәндем. Матур булып үҫһен өсөн төрлө үләндәр төнәтмәһе менән йыуам, йәй көнө эркет һыуын ҡулланам. Сәсте гел үреп йөрөһәң, ул тиҙ үҫә, тиҙәр. Шуға күрә мәктәпкә һәр саҡ сәсемде икенән ишеп барырға тырышам.


Самира ҠУЖӘХМӘТОВА.

Мин Фәриҙә булам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, шиғырҙар ижад итәм, тәмлекәстәр бешерергә яратам, өйҙө һәр ваҡыт бөхтә тотам.
Сәстәремә айырыуса иғтибар итәм, сөнки бөтә матурлыҡ шунда, тип уйлайым. Тағы ла оҙонораҡ итеп үҫтергем килә, әсәйемдең дә, өләсәйҙәремдең дә сәстәре оҙон булған бит. Байрам ваҡыттарында төрлө причёскалар эшләйем. Ҙурайғас, парикмахер һөнәренә эйә бул­ғым килә.


Фәриҙә УСМАНОВА.

Мин буш ваҡытымда китаптар уҡырға яратам, һүрәт төшөрәм. Мәктәптә тырышып уҡыйым, төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Яңыраҡ ҡына шиғыр бәйгеһендә грамота алдым. Өйҙә һеңлемде ҡарашам, әсәйемә йорт эштәрендә лә ярҙам итәм.


Зарина МОРАТШИНА.

Мәктәптә «бишле» билдәләренә генә уҡыйым. Йырлар­ға, бейергә әүәҫмен. Спорт – минең яратҡан шөғөлөм. Тағы ла төрлө фәнни тикшеренеүҙәр менән ҡыҙыҡһынам. Мәҫәлән, сәс бөртөгөндә 14 төрлө химик элемент барлығын беләм, шул иҫәптән алтын да. Киләсәктә, бәлки, үҙем дә берәй асыш яһармын әле.


Элина ХАЛИҠОВА.

Миңә 9 йәш. Математика, урыҫ теле дәрестәрен көтөп алам. Буш ваҡытымда өйҙәгеләргә ярҙам итәм, дуҫтарым менән аралашам. Мәктәптә үткәрелгән бөтә конкурстарҙа ла ҡатнашам.


Камилла АМАНОВА.

Абҙаҡ һылыуҡайҙары
Абҙаҡ һылыуҡайҙары
Абҙаҡ һылыуҡайҙары
Абҙаҡ һылыуҡайҙары
Абҙаҡ һылыуҡайҙары
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас