+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
25 Май 2024, 12:59

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Бөгөн "Китап байрамы"нда "Шиғырҙарҙа - тыуған ер тарихы" тигән республика конкурсы еңеүселәре һәм призёрҙары бүләкләнде.

Конкурсҡа йомғаҡ яһалдыКонкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған бәйгелә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыфтар уҡыусылары ҡатнашты. Финалға үтеүселәр Өфөнөң совет майзанындағы бәләкәй сәхнәлә сығыш яһаны. Һуңынан уларға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. 

Тантана бергәләп "Шайморатов генерал" йырын башҡарыу менән тамамланды.

Еңеүселәр араһында Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы уҡыусылары ла бар. Рияз Ғилметдинов менән Алтынай Йәнгирова призёр булһа, Аида Йомағужина - еңеүсе! Етәкселәре - Гүзәлиә Рид ҡыҙы Баева. 

Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының йәш шайморатовсылары ла килгәйне. 

- Беҙҙә Шайморатов синыфы быйыл ғына асылды. Конкурста Салауат Юлаев шиғырын ятлап, призёр булдым, - ти VII синыфтан Азамат Сәлихов.

Ҡотлайбыҙ! Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу - ҙур мәртәбә, афарин, шайморатовсылар!

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас