Унда ҡаланың төрлө районынан 20 бала ҡатнашты.
Бәйге мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған һәм сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы донъя мәҙәни мираҫына йәлеп итеү, полилингваль белем биреүҙе үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Әлбиттә, бер нисә (урыҫ һәм сит ил) телдә һөйләшкән балалар асыҡлана һәм уларға ярҙам ойошторола.
Бөтә конкурсанттар ҙа туған һәм сит телдәрҙә «Минең ғаиләм» ижади проектын әҙерләгәйне. Кескәйҙәр үҙҙәренең ғаиләһе, уның йолалары, тыуған ҡалаһының яратҡан иҫтәлекле урындары тураһында һөйләне. Шулай уҡ кеше алдында сығыш яһау оҫталығын күрһәттеләр.
Беҙҙең 308-се башҡорт балалар баҡсаһы намыҫын Камилла Ғәлиева яҡланы. Ул «Тирмәкәй»/«Теремок» әкиәте сюжеты нигеҙендә үҙенең ижади проектын яҡланы һәм Гран-при яуланы!
Конкурсҡа Камилланы әҙерләүсе остаздары Илнара Илдар ҡыҙы менән Нәзифә Зиннәтулла ҡыҙына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Мәйсәрә ХАММАТОВА.
Өфө ҡалаһы.