– Өфөнөң балалар ижады үҙәгендә «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының зона этабы үтте. Бәйгелә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү һәм уны сәхнәләштереү буйынса көс һынашты. Ҡыҙыбыҙ Йәсминә «Яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында I урынға лайыҡ булды.
Шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһында булдыҡ. Унда республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән төрлө йәштәге балалар йыйылғайны. Әкиәт геройҙары барыһын да мөғжизәле әкиәт донъяһына әйҙәне. Шат ҡыҙ-малайҙар үҙҙәре лә әкиәт һөйләп кинәнде. Йәсминә ҡыҙыбыҙ «Һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы» номинацияһында III урын яуланы.
Киләсәктә лә балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы ошондай саралар үтеп торһон! – ти Алита Даян ҡыҙы.
Эйе, изге теләктәрең тормошҡа ашһын. Донъялар тыныс торһон һәм балаларҙың шат тауыштары тынмаһын!