+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
31 Май 2024, 04:35

Ысын артист кеүек

"Һаумы, һаумы, әкиәт! " конкурсы быйыл 15-се тапҡыр ойошторолдо.

Ысын артист кеуекЫсын артист кеуек
Ысын артист кеуек

Ул актриса Алтынай Ибраһимова һәм уның әсәһе режиссёр Әлмира Ҡыуатованың башланғысы менән үткәрелә башлағайны. 2021 йылдан бәйге республика кимәленә күтәрелде, ә былтыр төбәк-ара конкурс булараҡ уҙғарыла башланы. Ошо йылдар эсендә унда 7400 йәш әкиәтсе ҡатнашҡан. Яңыраҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Өфө ҡалаһы буйынса конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Уҡыусылар араһында Гран-при яулаған Йософ Зарипов менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ. Ул Өфөләге 107-се лицейҙың II синыфын «бишле»гә генә тамамлаған. Олимпиадаларҙа ҡатнашып, районда уңышҡа ирешкән. Йософ 8-се музыка мәктәбендә баян синыфының да II синыфын яҡшы тамамлаған. Уҡытыусыһы Ләйсән Рәйес ҡыҙы Хәйрисламованы бик ярата. Йософ һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ. Өс йыл киокусинкай менән дә шөғөлләнә тырыш малай. Ярыштарҙа ихлас ҡатнаша. Башҡортостан беренселегендә үҙ ауырлыҡ үлсәмендә призлы урындар яулай. Күк билбау алырға ла күп ҡалмаған инде.

Ә әкиәтте нисек һөйләгәнен күрһәгеҙ! Телмәре матур, хәрәкәттәре килешле, сәхнәлә үҙен иркен тота. Ысын артистар кеүек.

– Бәләкәйҙән конкурстарҙа ҡатнаштырырға тырыштыҡ. Маҡсатыбыҙ, әлбиттә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәтеү ине. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан шиғыр һөйләү буйынса «Илһам» ҡала конкурсында призлы урын алды. «Һаумы, һаумы, әкиәт!»тә лә призлы урын алһаҡ, яҡшы булыр ине, тигәнгә, мин беренсе булам, тип үҙенә маҡсат ҡуйҙы. Гран-при яулауына бик шатландыҡ. Уҡытыусыһы Ғәлиә Ратмир ҡыҙы Ғиләжетдиноваға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – ти Йософтың әсәһе Вәсилә Наил ҡыҙы.

Бәләкәй булһа ла быйыл Йософ ҡалала «Шаяниум»да ла ҡатнашҡан. Командалары сығыш яһағанда баянда уйнап, музыкаль яҡтан биҙәгән. III урын алғандар.

Бына шундай рухлы, гел беренсе булырға ынтылған шәп кескәй милләттәшебеҙ үҫеп килә. Алда – йәйге каникул. Йософ ауылды, ундағы дуҫтарын бик һағынған. Ғаиләһе менән матур сәйәхәттәр ҙә көтә үҙен.

Ысын артист кеуек
Ысын артист кеуек
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас